Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
30 Июль , 14:58

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итәйек!

Ағымдағы йылда районда был акцияны район гәзиттәре редакцияһы коллективы асты

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итәйек!
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итәйек!

Башҡортостанда 14-се тапҡыр «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһы башланды. Йәй аҙағына тиклем теләгән һәр кем социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итә ала.

Түбәндәге исемлек буйынса мәктәп кәрәк-яраҡтары килтерергә мөмкин:

*канцелярия тауарҙары һәм ижад өсөн материалдар – тик яңы булырға тейеш,

*портфелдәр һәм мәктәп формаһы - яҡшы хәлдә йәки яңылары,

*дәреслектәр һәм нәфис әҙәбиәт - яҡшы хәлдә йәки яңы.

Ҡайҙа йыялар?

Портфель, мәктәп формаһы, уҡыу әсбаптары, нәфис әҙәбиәт яңы йәки яҡшы торошта Аҡъяр ауылы, М.Гәрәев урамы, 40-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан Ғаилә хеҙмәтендә ҡабул ителә.

Мин дә ярҙам итә аламмы?

Акцияла теләгән һәр кем – айырым кешеләр, коммерция ойошмалары, дәүләт учреждениелары һәм хакимиәт коллективтары ҡатнаша ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акцияла ойошмалар, муниципаль власть органдары ла ҡатнашырға мөмкин.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: