Башҡортостан Республикаһы Башлығының сираттағы Указы менән «Әсәлек даны» миҙалына районыдың биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән өс ҡатын-ҡыҙы лайыҡ булды. Бәхетле әсәйҙәр исемлеген был юлы биш бала әсәләре Зөлфиә Әҙеһәмова һәм Әлфиә Айҙашева, шулай уҡ ете бала әсәһе Юлия Каратова тулыландырҙы.
Тормошоғоҙ йылылыҡ, яҡтылыҡ һәм яҡындарығыҙҙың һөйөүе менән тулы булһын. Бәхет, тыныслыҡ һәм изгелек һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә!
Башҡортостанда элек-электән ҙур ғаилә яҙмыш бүләге булараҡ ҡабул ителә, республикабыҙҙа 50 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй. Тап ошондай ғаиләләрҙә матур ҡыҙҙар, батыр улдар тәрбиәләнә лә инде. Шулай уҡ республикала әсәләргә, күп балалы ғаиләләргә иғтибар бүленеүе ҡыуандыра һәм хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу “Демография” милли проектының нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.