Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
26 Июль , 11:40

«Ниһайәт, өйлө булдыҡ», – ти Зарина Байдәүләтова

Быйыл Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылында Байдәүләтовтар ғаиләһе оло ҡыуаныс кисерҙе. Улар торлаҡ һатып алыу өсөн күптән көткән сертификатҡа эйә булды. Был “Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһының “Торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү” маҡсатлы программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылды

«Ниһайәт, өйлө булдыҡ», – ти Зарина Байдәүләтова
«Ниһайәт, өйлө булдыҡ», – ти Зарина Байдәүләтова

Өйҙә өс балаға өлгөлө әсәй, эшендә тырыш хеҙмәткәр ул Зарина Байдәүләтова. Ул Бүребай урта мәктәбен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжына уҡырға инә. Йыр-моңға ғашиҡ, бигерәк тә бейеү нескәлектәрен үҙ иткән ҡыҙ бер ауырлыҡһыҙ уҡыуын бөтөп, ҡулына диплом ала. 2009 йылда Бүребай ауылының Балалар сәнғәт мәктәбендә хореограф булып хеҙмәт юлын башлай һәм бөгөнгө көнгә тиклем уңышлы эшләй.

–2014 йылда ҡыҙым тыуғас, район хакимиәтендә “Йәш ғаилә” программаһына сиратҡа торҙом. Бөгөнгө көндә яңғыҙым өс бала тәрбиәләйем. Өлкән ҡыҙым Самираға 10 йәш, Әминәгә – 7, ә улым Эмилгә 6 йәш. Ҡыҙҙар мәктәптә уҡыуҙан тыш, һынлы сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнә. Бына ниһайәт, 10 йыл үткәс, күптәнге хыялым тормошҡа ашты. Беҙ өйлө булдыҡ, –ти Зарина ҡыуанып.

Тырыш та, булдыҡлы ла ханым менән һоҡланмау мөмкин түгел. Улар йәшәгән өләсәһенең йортонан ниндәйҙер бер йылылыҡ һәм нур бөркөлә. Шулай булмай ни, ихата тултырып төрлө матур сәскәләр үҫтерәләр. "Гөл-сәскәләр, айырыуса петунияларҙы үҫтерергә яратам. Йәй көндәрендә сәнғәт мәктәбендәге участканы ла сәскәләргә күмәм", –ти ул.

Әйткәндәй, мәҡәлә геройым үҙе лә мәктәптә уҡыған саҡта 7 йыл сәнғәт мәктәбендә бейеү класында уҡый. Хореография бүлеген тик “бишле” билдәһенә генә тамамлай. Шулай уҡ, бейеү ансамбленә йөрөй. Ошонан ары бөтә ғүмерен бейеү менән бәйләй.

–Һәр бер әсә балаһының көслө, сәләмәт, маҡсатлы булыуын теләй. Бейеү түңәрәге бик кәрәк шөғөл. Беҙ дәрестә арҡаны төҙ тотоу, шпагатҡа ултырыу, физик әҙерлек өҫтөндә эшләйбеҙ. Әлбиттә, бейеүгә өйрәнәбеҙ. Минең дәрестәремә бөтәһе 45 бала йөрөй. Улар 1-8-се кластар уҡыусылары. Беҙҙең мәктәптә гимнастика, ритмика, классик һәм халыҡ бейеүҙәре предметтары өйрәтелә. Балалар менән Рәсәй, республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа 1-се, 2-се дәрәжә призлы урындар яуланыҡ. Эшем үҙемә бик оҡшай, – ти Зарина Байдәүләтова.

Әйткәндәй
Балалы ғаиләләр Башҡортостан Республикаһында халыҡтың артыуын тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Улар тотороҡло һәм сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе булып тора. Ғаиләләр яуаплы, эшһөйәр һәм патриотик граждандар булып үҫкән балалар тәрбиәләй. Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу һәм балалар һәм ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн республика ғаилә институтына комплекслы ярҙам күрһәтеү буйынса сәйәсәт алып бара.
Автор:Гүзәл Бохарбаева
Читайте нас: