Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
24 Июль , 20:00

Нур торлаҡ сертификатына эйә булды

Нур Италмасов һөнәри юлын да һайлаған, артабанғы тормошон да асыҡ күҙаллай

Нур торлаҡ сертификатына эйә булды
Нур торлаҡ сертификатына эйә булды

Был турала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов  Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә хәбәр итте.

“Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеү сиктәрендә Нур Италмасовҡа торлаҡ һатып алыуға сертификат тапшырылды.  Торлаҡ сертификатының өҫтөнлөгө шунда – был  торлаҡты үҙаллы һайлау һәм һатып алыу мөмкинлеген бирә.

Нур һөнәри юлын  һайлаған, артабанғы тормошон да асыҡ күҙаллай. Әлеге ваҡытта ул үҙенә оҡшаған торлаҡты ла ҡарап ҡуйған.  Ошо фатир уға бәхетле киләсәккә нигеҙ булып торһон. Йәш егеткә артабанғы уңыштар һәм иң изге теләктәр!”,--тип яҙҙы Рөстәм Динислам улы.

https://vk.com/id516529973

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: