Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
22 Июль , 16:56

Һабаҡташтар изге ғәмәл атҡарҙы

1-се Аҡъяр мәктәбен 1974 йылда тамамлаусылар һыуытҡыс һатып алып, ирекмәндәргә тапшырғандар

Һабаҡташтар изге ғәмәл атҡарҙы
Һабаҡташтар изге ғәмәл атҡарҙы

Ярты быуат элек 1-се Аҡъяр мәктәбен тамамлаған һабаҡташтар йәмле йәй көндәренең береһендә бергә осрашып-күрешеп кенә ҡалмаған, изге ғәмәл дә атҡарған улар. Йыйылған аҡсаға класташтар һыуытҡыс һатып алып, бөгөн көнкүреш техникаһын ирекмәндәргә тапшырғандар.

"Бөгөн беҙҙә яҡшы яңылыҡтар бар һәм 1974 йылда 1-се Аҡъяр урта мәктәбен тамамлаусыларға һатып алынған һыуытҡыс өсөн рәхмәт белдерергә ашығабыҙ. Һыуытҡыс яугирҙарға оҙатыласаҡ медикаменттарҙы һаҡлауҙа файҙаланыласаҡ. Еңеүгә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ,һеҙгә тыныслыҡ, изгелек һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! Һыуытҡыс беҙҙең гуманитар ярҙам ҡабул итеү пунктына килтерелгән дә инде!" - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты "Тыуған тыл. Хәйбулла" төркөмө ирекмәндәре.

Һабаҡташтар изге ғәмәл атҡарҙы
Һабаҡташтар изге ғәмәл атҡарҙы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: