Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
28 Июнь , 15:40

Вакансиялар йәрминкәһе

Бөгөн Хәйбулла районы буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә " ПРОФФЕСТ. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты” бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабы үтте.

Вакансиялар йәрминкәһе
Вакансиялар йәрминкәһе

Бөгөн Аҡъярҙа мәшғүллек үҙәгендә  “ПРОФФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты” йәрминкәһе үтте. Был –республиканың район-ҡалаларында бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабы.

Эш эҙләүселәргә төрлө тармаҡтарҙа эшләгән  предприятие һәм ойошмалар вакансиялар тәҡдим итте. Предприятие, ойошма вәкилдәре һәр хеҙмәт урыны буйынса тулы мәғлүмәт, кәңәштәр бирҙе. 

  • Бөгөн Хәйбулла районы буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә " ПРОФФЕСТ. Рәсәй Эше. Мөмкинлектәр ваҡыты” бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабы үтте. Сарала 15-тән ашыу эш биреүсенең төрлө вакансиялары тәҡдим ителде: махсус күнекмәләр талап итмәгән эштән алып профилле белем талап ителгәндәргә тиклем. Эш эҙләүселәрҙең алдан әңгәмә үтеү, анкеталар төҙөү, эш биреүселәргә ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарҙы биреү һәм хеҙмәт талаптарын һәм шарттарын белеү мөмкинлеге булды. Был вакансиялар йәрминкәһе эш эҙләүселәргә күңеленә ятҡан эш, ә эш биреүселәргә тейешле хеҙмәткәрҙәр табырға ярҙам иткәндер, тип ышанабыҙ, — тип белдерҙе Урал аръяғы район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Хәйбулла районы буйынса бүлеге начальнигы Венера Килдебаева.

Йәрминкәгә эш эҙләп килеүселәр байтаҡ ине. Улар бында үҙҙәрен ҡыҙыҡһын­дырған һорауҙар менән мөрәжәғәт итеү мөмкинле­генә эйә булды.  

-Беҙҙең предприятиела вахта ысулы, биш көнлөк эш графигы менән вакансиялар бар. Беҙгә эшселәр ҙә, инженер-техник хеҙмәткәрҙәр ҙә кәрәк. Слесарҙар, электр слесарҙар, проходкалаусылар, машинистар, иретеп-йәбештереүселәр, йәғни тау-шахта эшенә ҡағылышлы  эшселәр талап ителә. Эш эҙләүселәрҙе предприятиеға эшкә саҡырабыҙ. Беҙҙә вахта ысулы менән эшләү мөмкинлеге бар, шуныһы уңайлы, - тине “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең персоналдар һайлап алыу буйынса бүлек начальнигы Светлана Каткова.  

Вакансиялар йәрминкәһе
Вакансиялар йәрминкәһе
Вакансиялар йәрминкәһе
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: