Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
27 Июнь , 14:49

Балалы студенттарға стипендияны МРОТ-ҡа тиңләштерергә тәҡдим итәләр

-

Балалы студенттарға стипендияны МРОТ-ҡа тиңләштерергә тәҡдим итәләр
Балалы студенттарға стипендияны МРОТ-ҡа тиңләштерергә тәҡдим итәләр

Балалы студенттарға стипендияны МРОТ-ҡа тиңләштереүҙәре ихтимал. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән ата-әсәләре өсөн минималь хеҙмәт хаҡы күләмендә айлыҡ социаль стипендия булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Түләүҙе «Ғаилә» милли проектына индерергә тәҡдим ителә, тип белдергәндәр ТАСС агентлығына министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, илдең 452 университетында уҡыған ваҡытта бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарға матди ярҙам түләнә башлаған да инде. Шулай уҡ 347 вузда яңғыҙ әсәйҙәргә йәки атайҙарға матди ярҙам күрһәтелә.

Әйткәндәй, 2024 йылда минималь эш хаҡы күләме (МРОТ) – 19 242 һум. 2025 йылдан ул хеҙмәт баҙарындағы медиан эш хаҡынан сығып иҫәпләнә. Уның күләме 15% артып, айына 22 мең һумдан ашыу тәшкил итер тип көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-27/stipendiyu-studentam-s-detmi-mogut-prirovnyat-k-mrot-3825361

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас: