Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
28 Май , 11:03

Уңышҡа өлгәшкән студенттар өсөн ҡайһы бер стипендиялар 15 мең һумға тиклем арттырыла

-

Уңышҡа өлгәшкән студенттар өсөн ҡайһы бер стипендиялар 15 мең һумға тиклем арттырыла
Уңышҡа өлгәшкән студенттар өсөн ҡайһы бер стипендиялар 15 мең һумға тиклем арттырыла

2024 йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙә уңышҡа өлгәшкән студенттар өсөн бер нисә персональ стипендия арттырыла. Дмитрий Лихачёв, Анатолий Собчак һәм Егор Гайдар исемендәге стипендиялар күләме 5-тән 15 меңгә тиклем еткерелә, тип хәбәр ителә Министрҙар кабинеты сайтында.

Документ тексынан күренеүенсә, ай һайын Рәсәйҙең дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттарынан ун студентҡа Дмитрий Лихачев исемендәге персональ стипендия тапшырыла. Стипендиаттар конкурс нигеҙендә һайлап алын. Төп шарт — дәғүәселәрҙең сәнғәт фәне, тарих, культурология, лингвистика, әҙәбиәт ғилеме, педагогика һәм философия өлкәһендәге уңыштары һәм ҡаҙаныштары.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дмитрий Сергеевич Лихачёв исемендәге персональ стипендиялар 2002 йылда президент указы менән булдырылғайны. 2024 йылдың мартында дәүләт башлығы хөкүмәткә ошондай стипендия тәғәйенләү ҡағиҙәләрен раҫларға, шулай уҡ түләүҙәр күләмен һәм алыусылар һанын билдәләргә ҡушты.

Андрей Вознесенскийҙың, Владимир Тумановтың, Александр Солженицындың һәм Юрий Маслюковтың персональ стипендияларын арттырыу тураһында ошондай уҡ ҡарарҙарға ҡул ҡуйырға әҙерләнәләр.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Путин студенттар өсөн президент стипендияһын 30 мең һумға тиклем күтәрҙе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-27/ryad-personalnyh-stipendiy-dlya-uspeshnyh-studentov-uvelichat-do-15-tys-rubley-3786440

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас: