Айҙың һуңғы көнөндә эштән китһәң, пенсияны ҡасан ҡайтанан иҫәпләйҙәр? Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре яуап бирә.
Социаль фонд, пенсионерҙың эшләгән осорондағы бөтә индексацияларҙы иҫәпкә алып, пенсияһын ҡайтанан иҫәпләй. Ҡайтанан иҫәпләү эш биреүсе пенсионерҙың эштән бушатылыуы тураһында мәғлүмәт биргән айҙан һуң киләһе айҙа башҡарыла.
Айҙың һуңғы көнөндә эштән бушатылғанда пенсия аҡсаһы яңыса ике айҙан һуң түләнә башлай. Йәғни, эштән 30 апрелдә китһәң, ҡайтанан иҫәпләнгән түләү июлдә килә башлай.
Социаль фонд түләү күләмен автоматик рәүештә иҫәпләй, пенсионерға бының өсөн бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй.
Шул йылда (әммә эштән киткән айҙа түгел) кеше тағы ла эшкә урынлашһа, индексацияны иҫәпкә алып, пенсия йыл аҙағына тиклем түләнәсәк.
Шулай уҡ уҡығыҙ:
- 2024 йылда кем ваҡытынан алда хаҡлы ялға сыға ала?
- Рәсәйҙә пенсия төрҙәре
- Ҡартлыҡ буйынса пенсияға сығыу өсөн страховка стажы етмәһә, нимә эшләргә?
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
0 °С
Болотло