Билдәле булыуынса, 2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә пенсия йәше арттырылды. Хәҙер 42 йыл хеҙмәт стажы булған ирҙәргә—60 йәштән 65 йәшкә тиклем, 37 йыл эш стажы булған ҡатын-ҡыҙҙарға 55-тән 60-ҡа тиклем хаҡлы ялға сығырға мөмкин. Күптәр, ошо йылдарға ғына ҡарап, элекке кеүек йәшең етһә, Хөкүмәт барыбер ҙа ҡартлыҡ өсөн пенсия түләй тип уйлай һәм тәрән яңылыша. Бөгөн күп кенә ауылда йәшәгән халыҡ, күберәк ир-аттар йәше етеп тә хаҡлы ялға сыға алмай.
Һәр хәлдә мин дә тап шулай уйлай инем. Ҡасандыр әсәйемдең иллеһе тулып, тәүге пенсияһын алғаны әле лә хәтеремдә. Аҙаҡ күршебеҙ Фәтиха инәй менән үҙҙәренең пенсия аҡсаларына риза булмай, “ғүмер буйы эшләнек, аяҡтарын һу-ҙып ҡына өйҙә эшләмәй ултырған ҡатындарҙыҡынан да аҙыраҡ сыҡҡан” тип һөйләшеүҙәрен хәтерләйем. Уларҙың йәнә “Иренең пенсияһын үҙенә сығартҡан. Хәҙер эшләмәһә лә, беҙҙән әллә күпме юғары ала. Балама ике ай ҙа тулмай нишләп эшләп йөрөлгән?” тигән үкенестәренә лә шаһитмын. Һәр хәлдә ул ваҡытта бөтәһе лә йәше тулыр-тулмаҫтан, эш стажы етәме, юҡмы, документарын алдан әҙерләп, Пенсия фондына барыр ҙа, йәше тулыу менән тәғәйен пенсияһын алыр ине. “Пенсиямды оҙаҡ ашарға яҙһын” тип кеткелдәтә баҫып йөрөгән ауылымдың инәйҙәре әле лә күҙ алдымда.
Ә бына күптән түгел 63 йәшлек бер ағайҙың әрнеп, күҙ йәше аша тиерлек һөйләгәндәрен тыңлап, үҙем дә хайран ҡалдым. Баҡтиһәң, хәҙер йәшең тулһа ла, эш стажың һәм пенсия балың етмәһә, һиңә түләнмәй икән... Элекке кеүек аҡса тоттороп ҡуймайҙар. Ә бит күптәр тап шул пенсия аҡсаһына ҡарап тора: балаларын уҡыта, ғаиләһен аҫрай һәм донъяһын көтә.
Быйыл 1961 йылда тыуған ир-ат һәм 1966 йылғы ҡатын-ҡыҙ пенсияға сыға. Уларға 15 йыл хеҙмәт стажы һәм 28,2 балл кәрәк. Әгәр ҙә былтыр бер балл яҡынса 123,77 һум торһа, бы-йыл иһә 133,5 һум тәшкил итә. Хеҙмәт стажы тулмаған кешегә балл һатып алырға тура килһә, быйыл бер балл 47 200 һум тора, былтыр иһә был 43900 һум ине.
Әгәр ҙә һинең мөмкинлегең булып, 80 йәшен тултырған әсәйеңде йәки атайыңды ҡарайһың икән бер йылға 1,8 балл иҫәпләнә. Бөгөн Пенсия фондында был иң ҙур балл баһаһы. Шуға күрә күп ауылдарҙа оло йәштәгеләрҙе ҡарарға теләгән кешеләр бөгөнсиратҡа теҙел-гән, бигерәк тәпенсияға йәштәре яҡынлашып, әммәбалы тулмаған кешегә был иң уңайлы юл.Хатта күптәр, әбей йәки бабай ҡарайым тип, ауылдар буйлап эҙләп тә йөрөй. Бер танышымдың апаһы, ауылдан йорт һатып алып, оло йәш-тәге әбейҙе ҡарарға күскән.
Әйткәндәй, хәҙер барыбыҙ өсөн дәуңайлыҡтар арта бара. Һәр кем үҙенең күпме пенсия балы барлығын белеү өсөн Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинетына йәки Рәсәй Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетына инеп ҡарай ала. Шулай ҙа бер үҙенсәлеккә иғтибар итеү кәрәк: үрҙә телгә алған 63 йәшлек ағайҙың Мәскәүҙә йәшәгән ҡыҙы, атаһының хәлен аңлап, уға тулмаған балын һатып алырға ярҙам итергә теләк белдергән һәм аҡса күсергән. Улар, ҡыуанышып аҡса түләп, балл тултырабыҙ ҙа шуның менән эш тә бөтә, пенсия ла килә, тип өмөтләнгән, әммә улай түгел икән шул. Бында ла үҙ әтнәкәһе бар: стажың тулмаһа, балың, йәшең етһә лә пенсияға сығып булмай. Ә ағай ғүмере буйы совхозда эшләгән, совхоз-колхоздар бөткәс, уның архивы ла юҡҡа сыҡҡан. Уның ҡайҙа икәнлеген белеүсе лә, күреүсе лә юҡ. Уйлап ҡараһаң, ул ваҡытта эшләгән әллә күпме кеше-нең яҙмышы тап ошо ағай-ҙыҡы кеүек бит.Шуға күрә бөгөн ауылдарҙа бихисап ир-аттың йәше тулып та, стажын иҫәпләп тә алмағандар, балл һатып алырға мөмкинлеге булмағандар һаны йылдан-йыл арта бара.
Бөгөн йәштәрҙең күбеһе киләсәген уйламай, шәхси ойошмаларҙа теркәлмәйенсә эшләй. Ҡайһы берҙә-ренең эш хаҡы ла һаман булһа “конвертта” түләнә йә иһә яртыһы—рәсми, ҡалғаны ҡулдан бирелә. “Хеҙмәт стажыбыҙ барһын, балл туп-ланһын” тигән уй баштарына ла инмәй. Ә бит ҡартлығың һинең артындан эйәреп йөрөй, күҙ асып, йомған-сы килеп тә етә, шуға күрә йәштән ҡартлығыңды хәстәрләү, асыҡ һәм аныҡ эш хаҡы алыу, рәсми эшкә урынлашыу мотлаҡ. Пенсия йәшенә барып етһәң, кәрәкле балдарың етмәйәсәк, ә уны туплау өсөн иң түбән хеҙмәт хаҡына эшләгәндә лә 30 йыл кәрәк була, йәғни бер йылға бер балл менән иҫәпләгәндә лә. Әлбиттә, шәхси эшҡыуарҙар, төрлө шәхси ойошмаларҙа эшләгән кешеләр пенсия фонды менән килешеү төҙөп, күберәк тә күсерә ала. Бында ла үҙенең нескәлектәре бар, кеше Пенсия фондына үҙе лә мөрәжәғәт итә ала. Әммә шуныһы бар: элек тә, хәҙер ҙә хеҙмәт стажың тулмай икән, йә-шең етеү менән генә ҡартлыҡ бу-йынса пенсияға сыға алмайһың. Йә булмаһа, тағы биш йылды көтөп, социаль пенсия алаһың йәки балл һатып алырға тура килә.
Элек барыһы ла пенсиға сыға ине тиһәк тә бында ла бер нәмәне оноторға ярамай. Мәҫәлән, 5 бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙ 50 йәштән 15 йыл хеҙмәт стажы булһа ғына сыҡты. Мәҫәлән, әсәйем биш бала тәрбиәләгәне һәм хеҙмәт стажы булыу арҡаһында 50 йәштән сыҡты, ә уның ҡоҙағыйы һигеҙ бала үҫтереп тә, стажы булмағас 55 йәшенән генә пенсия ала алды. Уныһын да, ике шаһит килтереп, суд ярҙамында ғына ғәмәлгә ашырҙы.
Нисек кенә ялҡынлы яңғырама-һын: кем эшләй, уның хеҙмәт стажыла була, балл да йыйыла. Кем эшләр-гә теләмәй, уға әленән үк “ҡалын көшөлөк” тупларға кәрәк. Нисек эшитергә һәм ҡартлығыңды ни хәлдәҡаршыларға икәнлеге һәр кемдеңүҙенән тора. Шулай ҙа, ҡартлығыңды йәштән уйла, пенсияға сыҡмай ҡалма, тип әйтергә генә ҡала.
Кәримә Усманова.
https://ataisal.com/articles/m-l-m-t/2024-05-07/y-sht-n-artly-y-dy-uyla-3757289