80 йәштән өлкән пенсионерҙы йәки 1-се төркөм инвалидын нисек тәрбиәгә алырға — Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлата.
Һеҙ түбәндәге талаптарға яуап бирергә тейешһегеҙ:
- эшкә яраҡлы булыу — пенсия алмау;
- хеҙмәт йәки гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү буйынса эшләмәү;
- эшһеҙлек буйынса пособие алмау
Туған булыу-булмау мөһим түгел.
Түләүҙең күләме:
- айына 1 380 һум — сумма һеҙ тәрбиәләгән кешегә пенсияһы менән бергә килә, һәм ул үҙе һеҙҙең менән иҫәпләшә;
- хеҙмәт стажы — пенсионерҙы ҡараған осорға тиклем йәки унан һуң рәсми рәүештә бер көн булһа ла эшләһәгеҙ, стаж бара;
- өлкән кешене йә инвалидты тәрбиәләгән һәр йыл өсөн 1,8 пенсия балы тәғәйенләнә.
✍ Нисек юлларға:
- Рәсәй Социаль Фондының клиенттар хеҙмәтенә шәхсән мөрәжәғәт итергә;
- Дәүләт хеҙмәттәрендә ғариза бирергә. Бының өсөн тәрбиәгә алыныусы һәм тәрбиәләүсе исеменә шәхси кабинеттар асырға кәрәк. Әгәр пенсионерға электрон ғариза тултырыу ауыр булһа, яҙма ғариза лә ярай. Ғаризаны тәрбиәгә алыусы Рәсәй Социаль фондына тапшырасаҡ.
Документтарҙан тик һеҙҙең ғариза һәм пенсионерҙың ризалығы ғына кәрәк. Кәрәкле башҡа мәғлүмәтте Рәсәй Социаль фонды органы үҙе табасаҡ.
Эшкә урынлашҡан, пенсия йәки эшһеҙлек буйынса пособие тәғәйенләнгән осраҡта тәрбиәләүсе Социаль фонд органдарына ошо хаҡта хәбәр итергә тейеш.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан