Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
17 Апрель , 13:11

Яңы фатирҙар ҡотло булһын!

Район хакимиәтендә Диана Атанғолова һәм  Арина Степановаға яңы фатирҙарҙан асҡыс, ә Морат Илсебаевҡа торлаҡ алыуға сертификат тапшырылды. Дәүләт ярҙамы алған егет һәм ҡыҙҙарҙың киләсәк тормошонда ла ошондай шатлыҡлы ваҡиғалар күп булһын.

Яңы фатирҙар ҡотло булһын!
Яңы фатирҙар ҡотло булһын!

Бөгөн район хакимиәтендә бер төркөм йәштәргә йорт асҡыстары тапшырылды. Тантанала өр-яңы фатирҙар асҡыстарын район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тапшырҙы. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етемдәр торлаҡлы булды.

Был юлы Диана Атанғолова һәм  Арина Степанова Садовый һәм Бүребай ауылдарынан фатирға эйә булды, ә Морат Илсебаевҡа торлаҡ алыуға сертификат тапшырылды. Дәүләт ярҙамы алған егет һәм ҡыҙҙарҙың киләсәк тормошонда ла ошондай шатлыҡлы ваҡиғалар күп булһын.

Яңы фатирҙар ҡотло булһын!
Яңы фатирҙар ҡотло булһын!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: