Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
8 Апрель , 15:00

Эшкә һәләтһеҙ тип табылған кешене опекаға алырға мөмкин

-

Эшкә һәләтһеҙ тип табылған кешене опекаға алырға мөмкин
Эшкә һәләтһеҙ тип табылған кешене опекаға алырға мөмкин

Эшкә һәләтһеҙ тип табылған кешене опекаға алырға мөмкин. Яҡын туғандарының уны рәсмиләштереүгә өҫтөнлөклө хоҡуғы бар.

Буласаҡ опекун - бер ҡасан да ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителмәгән һәм кеше ғүмеренә йәки һаулығына ҡаршы енәйәт ҡылған өсөн хөкөм ителмәгән, бәлиғ булған эшкә һәләтле кеше.

Кешене эшкә һәләтһеҙ тип таныу өсөн уның йәшәгән урыны буйынса район судына ғариза һәм документтар тапшырырға кәрәк. Судья суд-психиатрия экспертизаһы тәғәйенләй һәм ҡарар сығара.

📃 Һеҙгә:
— ғариза;
— шәхесте раҫлаусы документ;
— туғанлыҡты раҫлаусы документтар;
— психиатрҙан яҙма йәки картанан диагноз күрһәтелгән өҙөмтә;
— экспертиза тәғәйенләү тураһында документ;
— дәүләт пошлинаһы түләү тураһында квитанция кәрәк.

📌 Опека юллау өсөн муниципалитет хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлегенә документтар тапшырыу мотлаҡ. Опека органдары йәшәү шарттарығыҙҙы тикшерәсәк, тикшереү буйынса акт төҙөп, һеҙҙең опекун була алыу-алмауығыҙ хаҡында ҡарар сығарасаҡ.

✏ Түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк:
— ғариза;
— шәхесте раҫлаусы документ;
— туғанлыҡты раҫлау тураһындағы документтар;
— никахҡа инеү тураһындағы таныҡлыҡтың күсермәһе.

❗ Әгәр опекаға алыныусы кеше һеҙҙең яҡын туғанығыҙ булмаһа һәм ғариза биргәнгә тиклем ун йыл дауамында эшкә һәләтһеҙ кеше менән даими рәүештә йәшәмәһәгеҙ, шулай уҡ:
— ҡыҫҡаса автобиография;
— килемдәрегеҙ тураһында белешмә;
— 164/у формаһы буйынса медицина һығымтаһы;
— һеҙҙең менән бергә йәшәгән ун йәштән өлкән ғаилә ағзаларының кешене опекаға алыуға яҙма ризалығы кәрәк буласаҡ.

✅ Опекун:
— тәрбиәләнеүсенең мәнфәғәттәрен дәүләт инстанцияларында яҡларға;
— уның исеменән килешеүҙәр төҙөргә;
— эшкә һәләтһеҙ кешене тәрбиәләүгә бирелгән дәүләт аҡсаһын тотонорға;
— опека органдары ризалығы менән тәрбиәгә алыныусының килеме һәм башҡа аҡсаһы менән эш итергә;
— опека органдары ризалығы менән уның мөлкәте менән эш итергә мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: