Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
5 Апрель , 12:02

2024 йылда кем ваҡытынан алда пенсияға сыға ала?

   

2024 йылда кем ваҡытынан алда пенсияға сыға ала?
2024 йылда кем ваҡытынан алда пенсияға сыға ала?

Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлата.

⃣ 25 йыл эшләгән ир-егеттәр һәм 20 йыл стажы булған ҡатын-ҡыҙҙар, ҡыҫҡартыу йәки компания бөтөрөлөү сәбәпле эштән бушатылһа, ә мәшғүллек үҙәгендә уларға яңы урын тапмаһалар, ике йылға алдан пенсияға сыға ала.

⃣ Инвалид балаһын 8 йәшкә тиклем тәрбиәләгән ата-әсәнең береһе: ҡатын – ҡыҙҙар – 50 йәштә, ир-егеттәр 55 йәштә пенсияға сығыу мөмкинлегенә эйә. Страховка стажы, ярашлы рәүештә, 15 һәм 20 йыл булырға тейеш.

⃣ Бала саҡтан инвалид баланың опекуны: стаж алдағы осраҡтағы кеүек үк булырға тейеш. Ә пенсияға сығыу йәше опеканың һәр 1,5 йылында бер йылға кәмей. Әммә 5 йылдан артыҡҡа түгел.

⃣ Ике һәм унан күберәк бала тапҡан, 20 йылдан кәм булмаған страховка стажы булған һәм:
- кәм тигәндә 12 йыл – Алыҫ Төньяҡта;
- кәм тигәндә 17 йыл - Алыҫ Төньяҡҡа тиңләштерелгән урындарҙа эшләгән 50 йәшкә еткән әсәләр.

5⃣ Биш һәм унан күберәк бала тапҡан, уларҙы 8 йәшкә тиклем тәрбиәләгән 50 йәшлек әсәләр. Шул уҡ ваҡытта 15 йылдан кәм булмаған стаж талап ителә.

Мөһим! Дүрт һәм унан күберәк бала тапҡан, уларҙы һигеҙ йәшкә тиклем тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пенсияға сығыу йәше дүрт йылға кәмей. Өс бала тапҡандар өсөн - өс йылға. Ике осраҡта ла 15 йыл стаж кәрәк.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Аңлатабыҙ Башҡортостан
Читайте нас: