Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
2 Март , 17:09

Балалы ғаиләләргә тағы ниндәй ярҙам буласаҡ?

-

Балалы ғаиләләргә тағы ниндәй ярҙам буласаҡ?
Балалы ғаиләләргә тағы ниндәй ярҙам буласаҡ?

Рәсәйҙә ташламалы ғаилә ипотекаһы 2030 йылға тиклем оҙайтыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә ошо хаҡта белдерҙе.

Балалы ғаиләләргә тағы ниндәй ярҙам буласаҡ?

- Әсәлек капиталы программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтыла.

- Балаларға һалым ҡайтармаһы арттырыла: икенсе балаға – айына 2 800 һумға тиклем, өсөнсө һәм артабанғы һәр балаға 6 000 һумға тиклем.

- Балалы ғаиләләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға һәм тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән яңы «Ғаилә» милли проекты эшләй башлаясаҡ.

Шулай уҡ, 2030 йылға минималь эш хаҡын 35 мең һумға тиклем арттырыу күҙаллана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Башҡортостанда ул 22 128 һум тәшкил итә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: