СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
27 Февраль 2024, 09:48

Социаль түләүҙәр буйынса күсермә нимә ул һәм уны нисек юлларға?

-

Социаль түләүҙәр буйынса күсермә нимә ул һәм уны нисек юлларға?Социаль түләүҙәр буйынса күсермә нимә ул һәм уны нисек юлларға?
Социаль түләүҙәр буйынса күсермә нимә ул һәм уны нисек юлларға?

Социаль түләүҙәр буйынса күсермә нимә ул һәм уны нисек юлларға – Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлата.

Бындай күсермәлә:
- һеҙгә тәғәйенләнгән бөтә пенсиялар, пособиелар һәм башҡа ташламалар;
- һәр түләүҙең күләме һәм түләү ваҡыты;
- түләү алыусы һәм уның ниндәй категорияға ҡарауы;
- аҡсаның ҡайҙа һәм ҡасан килеүе тураһында мәғлүмәт бирелә

Документ:
- балаларға пособиелар юллау һәм ата-әсәнең береһенең түләү алмауын раҫлау өсөн ата-әсәгә;
- өҫтәмә матди ярҙам юллағанда дөйөм килемде раҫлау өсөн ғаиләләргә;
- дәүләт социаль стипендияһы тәғәйенләгәндә студенттарға;
- түләү алыусыларға кәрәк булыуы ихтимал.

Күсермәне билдәле бер осорға Дәүләт хеҙмәттәренән заказ биреп алырға мөмкин: vk.cc/csuwl8. Ғариза ебәрелгәндән һуң һөҙөмтә шунда уҡ шәхси кабинетҡа килә. Документты күсереп алырға йәки электрон почта аша ебәрергә мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас