Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
14 Февраль , 20:52

Үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар алдылар

Оло Әбеш ауылында Берҙәм ғаилә консультациялары көнө үтте

Үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар алдылар
Үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар алдылар

Бөгөн Оло Әбеш ауылында ла «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Берҙәм ғаилә консультациялары көнө үтте һәм граждандар төрлө социаль өлкәләрҙә квалификациялы консультациялар ала алды. 

Хәйбулла районында Ғаилә хеҙмәте белгестәре, юрист, фельдшер, мәшғүллек үҙәге, опека һәм попечителлек вәкилдәре, район балиғ булмағандар комиссияһы сәркәтибе   әбештәр өсөн шәхси консультациялар үткәрҙе, граждандарҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Йәмғеһе төрлө өлкә белгестәренә бер нисә тиҫтә кеше мөрәжәғәт итте. Ауыл халҡы дәүләт ярҙамы алыу, муниципалитетта ниндәй вакансиялар булыуын, яңы һөнәрҙәргә нисек бушлай өйрәнеү, үҙ хоҡуҡтарын яҡлау һәм башҡалар менән  ҡыҙыҡһынды.  Ғаиләгә психологик ярҙам күрһәтеү, кризис хәлдәренән сығыу, социаль яраҡлашыу темалары буйынса ла консультациялар ала алды. Сара ҡунаҡтары әбештәрҙең берҙәм һәм инициативалы халыҡ булыуын, ә «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу уларҙы күберәк файҙалы саралар һәм акциялар ойоштороуға илһамландырыуын, шулай уҡ Әбештә социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр һәм граждандарҙың булмауын билдәләне.   

Һауа торошо арҡаһында кисектерелгән Берҙәм ғаилә консультациялары көнө уҙҙы бөгөн Әбештә. Осрашыуға халыҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән килде. Йәмғеһе төрлө өлкә белгестәренә бер нисә тиҫтә кеше мөрәжәғәт итте. Юристар, мәшғүллек үҙәге, Ғаилә хеҙмәте, опека һәм попечителлек вәкилдәре, район балиғ булмағандар комиссияһы сәркәтибе тарафынан һәр мөрәжәғәт итеүсегә ентекле яуаптар бирелде.
Дөйөм алғанда социаль хеҙмәтләндереү, эшкә урынлашыу, социаль ярҙам, ғаиләгә психологик ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса консультациялар алырға мөмкин булды.

Билдәле булыуынса, был сара Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарылған «Айыҡ ауыл» проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Берҙәм ғаилә консультациялары көнө «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашҡан ауыл халҡы өсөн ниндәйҙер бонус булып тора. Тап ошондай форматта граждандарҙың яҙылмайынса һәм ауылдан ситтә йөрөмәйенсә бер юлы бер нисә мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләр буйынса белгестәрҙән бушлай квалификациялы консультация алыу мөмкинлеге бар. 

Үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар алдылар
Үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар алдылар
Үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар алдылар
Үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар алдылар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: