Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
7 Февраль , 16:48

Эшһеҙ тип танылғандар ниндәй пособиеға иҫәп тота ала?

-

Эшһеҙ тип танылғандар ниндәй пособиеға иҫәп тота ала?
Эшһеҙ тип танылғандар ниндәй пособиеға иҫәп тота ала?

Эшһеҙ тип танылғандар ниндәй пособиеға иҫәп тота ала? Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре аңлата.

Пособие мәшғүллек үҙәгендә иҫәпкә торған һәм эшһеҙ тип танылғандарға түләнә. Эшһеҙлек буйынса пособие күләме стажға, эш хаҡына һәм йәшкә бәйле.

1 февралдән Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособие кәмендә - 1 853, иң күбе 15 800 һум тәшкил итә.

Эшһеҙлек буйынса пособие түбәндәгесә түләнә:
— тәүге 3 айҙа, шулай уҡ пенсияға тиклемге йәштәгеләргә (24 айға тиклем) — уртаса эш хаҡының 75 проценты, әммә 15 800 һумдан артмаҫҡа тейеш
— икенсе 3 айҙа - 60 процент, әммә 6 176 һумдан артмай.

Минималь күләмдә пособие:
- тәүге тапҡыр эш эҙләгәндәргә йәки оҙаҡ ваҡыт (бер йылдан ашыу) эшләмәгәндәргә;
- дисциплинар хаталар өсөн эштән ҡыуылғандарға;
- мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе буйынса уҡыуҙан киткәндәргә тәғәйенләнә.

Йәшәгән урынығыҙ буйынса мәшғүллек үҙәгенең адресын һылтанма буйынса таба алаһығыҙ: vk.cc/cpnSZr

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: