СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
19 Ғинуар 2024, 16:57

«Ватан һаҡсылары» фондында ниндәй ярҙам алырға мөмкин?

-

«Ватан һаҡсылары» фондында ниндәй ярҙам алырға мөмкин?«Ватан һаҡсылары» фондында ниндәй ярҙам алырға мөмкин?
«Ватан һаҡсылары» фондында ниндәй ярҙам алырға мөмкин?

«Ватан һаҡсылары» фондында ниндәй ярҙам алырға мөмкин? Фондтың Башҡортостан Республикаһындағы филиалы белгестәре аңлата.

Фондтың төп маҡсаты – махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә булышлыҡ итеү. Фонд тейешле ярҙам сараларын алыуҙа һәм Ватан һаҡсыларына тыныс тормошҡа яйлашырға булышлыҡ итә.

🤝🏻 Фонд түбәндәге йүнәлештәр буйынса ярҙам күрһәтә:

- комплекслы булышлыҡ итеү, социаль һәм йәмғиәткә яраҡлашыуҙы тәьмин итеү, уҡытыу, эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ итеү;

- психологик-терапевт ярҙамы;

- социаль ярҙам сараларын юллау һәм уның менән файҙаланыу йәһәтенән юридик ярҙам;

- дарыуҙар, медицина изделиелары, техник реабилитация саралары, шул иҫәптән юғары функциональ протездар һәм протез-ортопедия тауарҙары менән тәьмин итеү;

- медицина реабилитацияһы, паллиатив медицина ярҙамы, шифахана-курорт дауаһы, өйҙә (оҙайлы) тәрбиәләү хеҙмәттәренән файҙаланыуға булышлыҡ итеү;

- инвалид ветерандарҙың торлаҡ биналарын шәхси ихтыяждарға яраҡлаштырыу;

- документтар юллауҙа (тергеҙеүҙә) һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алыуҙа ярҙам итеү.

Бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса ярҙам алырға мөмкин.

📞 Өҫтәмә һорауҙарҙы 8 (347) 268-01-02 телефоны буйынса асыҡларға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ватан һаҡсылары» фонды Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса ойошторолдо.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас