СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
17 Ғинуар 2024, 04:31

Уллыҡҡа алыу опеканан нимәһе менән айырыла?

-

Уллыҡҡа алыу опеканан нимәһе менән айырыла?Уллыҡҡа алыу опеканан нимәһе менән айырыла?
Уллыҡҡа алыу опеканан нимәһе менән айырыла?

Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған баланы ғаиләгә ҡабул итергә уйлаһағыҙ, иң тәүҙә уны ниндәй нигеҙҙә ғаиләгеҙгә алыу дөрөҫөрәк булыуын асыҡларға кәрәк. Уллыҡҡа алыу опеканан нимәһе менән айырыла – Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре аңлата.

▫ Уллыҡҡа алыу - баланы урынлаштырыуҙың өҫтөнлөклө формаһы, ғаиләгә алынған бала үҙ балаң кеүек бөтә хоҡуҡтарға һәм бурыстарға эйә буласаҡ.

Нескәлектәре:
- суд тәртибендә үтә;
- уллыҡҡа алыусылар баланың фамилияһын, исемен, атаһының исемен, тыуған көнөн һәм урынын үҙгәртә ала;
- уллыҡҡа алыу сер итеп закон менән һаҡлана - биологик ата-әсәгә баланың ҡайҙа икәнлеге хәбәр ителмәй;
- бергә йәшәгән туғандарҙың ризалығы талап ителмәй;
- уллыҡҡа алыусылар әсәлек капиталы һәм башҡа түләүҙәр алырға мөмкин;
- уллыҡҡа алыусылар әсәлек капиталы күләмендә аҡсалата пособиеға хоҡуҡлы (республика халҡы өсөн генә ғәмәлдә);
- уллыҡҡа алыусы менән бала араһындағы йәш айырмаһы - кәмендә 16 йәш.

🔹 Опека (попечителлек) осрағында бала ғаиләгә урынлаштырыла. Опекундар (попечителдәр) бала исеменән эш итә ала, әммә уның мөлкәтенә идара итә алмай.

Нескәлектәре:
- баланы ғаиләгә опека һәм попечителлек органы ҡарары нигеҙендә тапшыралар (ҡарарҙы Башҡортостандың район һәм ҡала хакимиәттәре ҡабул итә);
- баланың мәнфәғәтендә булмаған осраҡтарҙан тыш, опекундар баланың туғандары менән аралашыуына ҡамасауларға тейеш түгел;
- опекун баланың исемен үҙгәртә алмай;
- ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән йәки ундай хоҡуғы сикләнгән ата-әсәләр суд ҡарары менән хоҡуҡтарын тергеҙергә һәм балаһын кире алырға мөмкин;
- опекундар баланы ҡарауға пособие ала, пособие баланы ашатыуға, белем биреүгә һәм дауалауға тотонола;
- опекундар менән ғаиләгә бала алыу хаҡында килешеү төҙөлөргә мөмкин, шунан һуң уларға түләү тәғәйенләнәсәк;
- опека хеҙмәткәрҙәре 18 йәшкәсә баланың йәшәү һәм уны тәрбиәләү шарттарын контролдә тотасаҡ (йылына кәмендә 2 тапҡыр);
- йылына бер тапҡыр тәрбиәләнеүсенең мөлкәтен файҙаланыу тураһында отчет бирергә кәрәк.

❗ Һорауҙар менән республиканың опека һәм попечителлек органдарына мөрәжәғәт итегеҙ. Тулы исемлек - ошонда: vk.cc/ctUTae.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас