

Абдуллиндар ғаиләһе «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә төҙөлгән йорттоң асҡысын алды.
«Һаҡмар» шифаханаһының шәфҡәт туташы булып эшләгән Абдуллина Әлфиә Рәшит ҡыҙы ғаиләһе менән өй туйлаясаҡ. Ғаилә дүрт бала тәрбиәләй һәм күптән үҙ торлағы тураһында хыяллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә төҙөлгән йорттар ҡуртым килешеүе буйынса бирелә. Биш йыл эшләгәндән һуң шул уҡ эш биреүсенән торлаҡта йәшәүселәр йортто уның иҫәпләнгән хаҡының 10 процентынан артмаған хаҡҡа, ә 10 йылдан һуң 1 проценттан артмаған хаҡҡа һатып алыу хоҡуғын ала.