СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
25 Декабрь 2023, 09:22

Башҡортостанда 2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды

-

Башҡортостанда 2024 йылға йәшәү минимумы раҫландыБашҡортостанда 2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды
Башҡортостанда 2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды

Башҡортостанда 2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды, тип хәбәр итә республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының телеграм-каналы.

Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, киләһе йылдың 1 ғинуарынан төбәктә йән башына йәшәү минимумы 13 753 һум була. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 14 991 һум; пенсионерҙарға — 12 530 һум, балаларға — 13 340 һум.

«Йәшәү минимумы дәүмәле ғаиләнең мохтажлығын баһалағанда файҙаланыла, — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында. — Мохтаж булған балалы ғаиләләр өсөн түләүҙәр һәм пособиелар күләме лә ошо дәүмәлгә бәйле».

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-12-25/s-1-yanvarya-prozhitochnyy-minimum-na-dushu-naseleniya-v-bashkirii-sostavit-13753-rublya-3580523

Автор:Галина Бахшиева.
Автор:
Читайте нас