СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
15 Декабрь 2023, 11:12

Инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә эшкә сыҡҡанда түләүҙәр һаҡлана

-

Инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә эшкә сыҡҡанда түләүҙәр һаҡланаИнвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә эшкә сыҡҡанда түләүҙәр һаҡлана
Инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә эшкә сыҡҡанда түләүҙәр һаҡлана

Инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә эшкә сыҡҡанда түләүҙәр һаҡлана. 2024 йылдың 1 ғинуарынан 10 000 һум күләмендә компенсация алыуҙың яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә индерелә. Ул инвалид бала йәки бала саҡтан беренсе төркөм инвалидын тәрбиәләгәндәр өсөн ҡаралған.

Элек бындай түләү эшләмәгән ата-әсәләргә генә тәғәйенләнә ине. 2024 йылдан иһә өлөшләтә мәшғүлдәргә лә.

Документтар Дәүләт хеҙмәттәрендә онлайн йәки Соцфондта, Күп функциялы үҙәктә ҡабул ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, инвалид балаларҙың ата-әсәләре балаһы менән бергә стационарҙа ятырға, уңайлы ваҡытта отпуск, өҫтәмә көндәр алырға, төрлө льготалар менән файҙаланырға хоҡуҡлы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-15/roditelyam-detey-s-invalidnostyu-sohranyat-vyplaty-pri-vyhode-na-rabotu-3567868

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас