СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
13 Декабрь 2023, 10:45

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға торлаҡ төҙөү өсөн сертификат тапшырылды

Тағы 13 хәрби ошо маҡсатҡа сиратһыҙ аҡса алырға тейеш.

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға торлаҡ төҙөү өсөн сертификат тапшырылдыРеспубликала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға торлаҡ төҙөү өсөн сертификат тапшырылды
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға торлаҡ төҙөү өсөн сертификат тапшырылды

Дүртөйлө районында йорт һалыу өсөн тәүге сертификат тапшырылды. Был документҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Айрат Нуретдиновтың ғаиләһе эйә булды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.

Социаль түләү «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә бирелә. Уның күләме торлаҡ хаҡының 70% артмай. Аҡсаны өй, төкәтмә һалыу, йортто төҙөп бөтөү, йәки ауыл ерендә фатир һатып алыу өсөн тотонорға мөмкин.

Быйыл 25 октябрҙә республика властары ауылда йәшәгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамының ошо төрө сиратһыҙ биреләсәген билдәләне һәм уларға түләү өсөн 36 миллион һум бүлде.

2023 йылға аҡса түләү өсөн бөтәһе 14 ғаилә билдәләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-13/v-bashkirii-uchastniku-svo-vruchili-sertifikat-na-stroitelstvo-zhilya-3563658

Автор:Элина Әхмәтова.
Фото:Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
Автор:
Читайте нас