

Йылайыр районының Йомағужа ауылында йәшәгән инәйҙең шатлығы ҙур: уға ейәне күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән.
"Бер тапҡыр булһа ла Өфө-Аренала ысын хоккей ҡараһаң ине!" - тип хыялланған 81 йәшлек Фәрзәнә инәй Рахманғолованың теләген ейәне Ринат тормошҡа ашыра. Ул Әсәйҙәр көнө уңайынан яратҡан өләсәһенә, әсәһенә, инәһенә һәм һеңлеһенә хоккейға билет бүләк итә.
Фото: "Ҡыпсаҡ ауылы"төркөмөнән.