

Хәйбулла районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау барып етте.
Хәйбуллалар Ватанды алғы һыҙыҡта һаҡлаған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Бөгөн райондан МХО биләмәһенә сираттағы гуманитар йөк килтерелде. Хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн, башлыса МХО-ла ҡатнашҡан мобилизацияланғандар өсөн, яугирҙарҙың үҙ ихтыяждарын иҫәпкә алып, бөтә кәрәкле әйберҙәр йыйыла. Киләһе гуманитар йөк яңы йылға ҡарай ойоштороласаҡ һәм МХО биләмәһенә оҙатыласаҡ. Егеттәр үҙ сиратында бөтә яҡташтарына сәләмдәр әйтеп, гуманитар ярҙам ебәреүселәргә ихлас рәхмәтен белдергән.