СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
5 Декабрь 2023, 05:15

Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләме ниндәй буласаҡ?

-

Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләме ниндәй буласаҡ?Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләме ниндәй буласаҡ?
Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләме ниндәй буласаҡ?

2024 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме 18,5 процентҡа артасаҡ. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин уны арттырырға ҡушты. Закон проектын Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте.

– Ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие, эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса һәм башҡа мотлаҡ социаль страховка түләүҙәре күләме минималь эш хаҡы дәүмәленә бәйле, - тип билдәләне Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.

📈 Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләме, район коэффициентын иҫәпкә алып, айына 22 128 һум тәшкил итәсәк. 2023 йылда ул 18 678 һум булған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 2023-2025 йылдарға минималь эш хаҡы тураһындағы килешеү үҙ көсөндә. Тулыраҡ мәғлүмәт — һылтанма буйынса: https://vk.cc/csScZV

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас