Блогер, хәрби хәбәрсе Ильяс Батыргәрәев республика башлығы Радий Хәбиров менән «тура бәйләнеш» ваҡытында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына Яңы йыл бүләктәренә ҡағылышлы һорау бирҙе. Ул тематик акция үткәрергә тәҡдим итте.
— Яңы йыл алдынан балалары өсөн ниндәйҙер акция ойоштороу мөмкинме? — тип һораны блогер. Радий Хәбиров был мәсьәләне киләһе дүшәмбе хөкүмәт кәңәшмәһендә күтәрергә вәғәҙә бирҙе.
«Беҙ махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына Яңы йыл бүләге әҙерләргә ҡарар иттек. Өлгөләр ҡаралған да инде. Мин уның кәнфит кенә түгел, ә файҙалы булыуын теләйем. Миңә бер малайҙың фотоһын ебәрҙеләр, ә рюкзакта: «Уҡы, үҫ, ҡыйыу бул! Р. Хәбиров», — тигән һүҙҙәр яҙылған. Ул малай шундай ғорур атлап килә! Шуныһы мөһим, Яңы йыл бүләктәрен ғәҙәти рәүештә тапшырырға кәрәкмәй, ә дөрөҫ, ойошҡан рәүештә, яугир аталарына хөрмәт менән тапшырырға кәрәк. Бөтә балалар ҙа ошондай ҡотлауҙар аласаҡ. Һәр муниципалитеттың үҙ йолаһы бар, ул ысын акция буласаҡ», — тине Башҡортостан башлығы.