Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
30 Ноябрь 2023, 19:30

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына яңы ярҙам саралары барлыҡҡа килеүе ихтимал

  

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең (шәхси йорттарҙа йәшәгән) ғаиләләренә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләү буйынса компенсация мәсьәләһе ҡарала, тине Радий Хәбиров «Тура бәйләнеш» барышында.

«Республикала 37 ярҙам сараһы эшләп килә. Финанс министрлығы менән кәңәшләшермен. Вәғәҙә итмәйем, сөнки вәғәҙә иткәс, үтәргә кәрәк», - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың Финанс министрлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә утын бүлеү өсөн бюджеттан күпме аҡса кәрәк буласағын иҫәпләй, тине республика етәксеһе.

«Был сара ҙур һорау менән файҙаланыла, сөнки ауыл еренән ир-егеттәр күп. Ғаиләләр сертификаттар аша ошо утындарҙы алһын өсөн сертификат режимына күсербеҙ, моғайын. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, ғаилә ағзаларын яҡын арала ошондай ҡарарға сығыуын көтөүҙәрен һорайым», - тине Башҡортостан Башлығы. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: