

Иң әһәмиәтле байрамдарҙың береһе - Әсәйҙәр көнө алдынан Степной ауылынан Маянһылыу Ҡужағилдина менән Юлбарыҫ ауылынан Гөлнәзирә Байғужина әсәй булды. Туғандарынан тыш, уларҙы был шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотларға Хәйбулла районы хакимиәтенең опека, попечителлек һәм балалыҡ хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге начальнигы Светлана Пахтусова һәм Ғаилә хеҙмәте вәкилдәре килде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әсәләрҙе бүләктәр тапшырыу менән тәбрикләү Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башланғысы буйынса үткәрелә. Был бала тапҡан ҡатынды Әсә көнө менән ҡотлау, шулай уҡ әсәлек ҡиммәтенә әһәмиәт биреү өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Әйткәндәй, киләһе йылда “Демография” милли проекты сиктәрендә балаларға айлыҡ түләүҙәр алыусы ғаиләләр һаны арта.