СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
10 Ноябрь 2023, 09:10

2024 йылдың ғинуарынан Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы билдәләнде

   

2024 йылдың ғинуарынан Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы билдәләнде2024 йылдың ғинуарынан Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы билдәләнде
2024 йылдың ғинуарынан Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы билдәләнде

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән 2024 йылға йән башына һәм айырым социаль-демографик төркөмдәр өсөн йәшәү минимумының яңы дәүмәле билдәләнде. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, 2024 йылдың 1 ғинуарынан республикала йәшәү минимумы 13 753 һумға еткерелә (хәҙер — 12 650 һум). Эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 14 991 һум, пенсионерҙар өсөн — 12 530 һум (+540 һум), балалар өсөн 13 340 һум (+1069 һум) була. Ошо күрһәткестәр киләһе йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас