

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов Аҡъяр, Яңы Ергән һәм Әбүбәкер ауылдарында халыҡты ҡабул итте.
Илнур Рифат улына 15 кеше мөрәжәғәт итте. Хәйбуллалар депутатҡа шәхси характерҙағы һәм йәмәғәтселекте борсоған һорауҙар менән килде. Барлыҡ мөрәжәғәттәр БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты тарафынан контролгә алынды.