СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
25 Октябрь 2023, 16:41

2024 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме артасаҡ

    

2024 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме артасаҡ2024 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме артасаҡ
2024 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме артасаҡ

2024 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡының 18,5% артыуы һөҙөмтәһендә 4,8 миллион кешенең эш хаҡы артасаҡ. Был хаҡта Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин белдерҙе. 

"Был мөһим ҡарар кешеләрҙе яҡлаясаҡ, реаль килемде арттырасаҡ. Был йөкләмәне тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 4,8 миллион кешенең эш хаҡы артасаҡ, — тине Дәүләт Думаһы рәйесе. - Бынан тыш, МРОТ күләменә эшкә ваҡытлыса  яраҡһыҙлыҡ, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие, дауахана һәм башҡа мотлаҡ социаль страховка түләүҙәре күләме бәйле. Был бюджет булдырыусы закон проекты, уны Дәүләт Думаһы 2024-2026 йылдарға федераль бюджет тураһында закон проектын беренсе тапҡыр уҡыр алдынан өҫтөнлөклө тәртиптә ҡараны», — тип өҫтәне ул.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас