

Күп балалы ғаиләләрҙән сыҡҡан уҡыусыларҙы уҡыу йорттарында бушлай ашатыу, ял лагерҙарына бушлай путевкалар, мәктәп формаһы өсөн компенсация, беренсе класс уҡыусылары өсөн бушлай мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйылмаһы - шулар араһында.
Белешмәне нисек алырға:
Ғариза бирергә кәрәк. Быны Республика халыҡҡа ярҙам үҙәге сайты аша «Белешмәне алдан юллау» бүлегендә https://vk.cc/crhhPd йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында «Ғаиләне аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына индереү тураһында белешмә биреү» бүлегендә https://vk.cc/crhhNG эшләргә мөмкин.
Уҡыу йортона белешмә килтерергә кәрәкмәй, сөнки балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм колледждар мәғлүмәттәрҙе үҙаллы һоратып ала.
8 (800) 1-00000-1 телефоны буйынса социаль ярҙам саралары буйынса ентеклерәк мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.
Шылтыратыуҙар ҡабул итеү ваҡыты: дүшәмбенән кесе йомаға тиклем – 8:30 – 17:30, йома – 8:30 – 17:00.
Республика халҡы ғаиләгә ҡағылышлы барлыҡ һорауҙар менән һәм ярҙам һорап «Ғаилә» үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала: https://vk.cc/chDhBD
Шулай уҡ түбәндәгеләрҙе уҡығыҙ:
🛒 Бөтә республика буйынса 800-ҙән ашыу ойошма һәм магазин балалы ғаиләләр өсөн 5-10 процент ташлама бирә
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан