Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
13 Сентябрь 2023, 20:34

Инвалид балаларҙың ата-әсәләре бер үк ваҡытта эшләп йөрөргә лә, социаль түләүҙәр ҙә алырға мөмкин

  

Инвалид балаларҙың ата-әсәләре бер үк ваҡытта эшләп йөрөргә лә, социаль түләүҙәр ҙә алырға мөмкин
Инвалид балаларҙың ата-әсәләре бер үк ваҡытта эшләп йөрөргә лә, социаль түләүҙәр ҙә алырға мөмкин

2024 йылдың 1 ғинуарынан инвалид балаларҙың ата-әсәләре һәм опекундары социаль түләүҙәрҙе юғалтмайынса эшкә урынлаша ала. Тейешле бойороҡ проектын Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы әҙерләгән.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әгәр ата-әсә тулы булмаған эш көнөнә, ситтән тороп, өйҙә, авторлыҡ хоҡуғы һәм гражданлыҡ-хоҡуҡи характерҙағы килешеүҙәр буйынса эшкә урынлашһа, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр булһа, пособиелар һаҡлана.

Хәҙер инвалид балаларҙың ата-әсәләренә һәм опекундарына айына 10 мең һум аҡса түләнә. Уны эшләмәгән граждандар ғына алырға мөмкин.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: