Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
1 Сентябрь 2023, 14:54

Рәсәй Хөкүмәте бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына өҫтәмә рәүештә 30 миллиард һум бүлә

-

Рәсәй Хөкүмәте бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына өҫтәмә рәүештә 30 миллиард һум бүлә
Рәсәй Хөкүмәте бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына өҫтәмә рәүештә 30 миллиард һум бүлә

Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә өҫтәмә рәүештә 30 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә, тип хәбәр итте федераль хөкүмәт ултырышында уның етәксеһе Михаил Мишустин. Был аҡса мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, фән һәм мәҙәниәт дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең айырым категориялары өсөн тәғәйенләнгән.

Дөйөм алғанда, бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы фонды йыл башынан уҡ арттырылған.

Үткән аҙнала стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет ултырышы барышында Рәсәй президенты Владимир Путин бындай белгестәрҙең эш хаҡын арттырыуға иғтибарҙы кәметергә ярамағанын билдәләне, тип иҫкә төшөрҙө премьер-министр.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-09-01/pravitelstvo-rf-vydelit-dopolnitelnye-30-mlrd-rub-na-zarplaty-byudzhetnikov-3415239

Автор:
Читайте нас: