Берҙәм пособие 1 йылға тәғәйенләнә. Билдәләнгән осорҙа ул яңынан ҡаралмай. Ваҡыт үтеү менән ҡабаттан ғариза бирһәгеҙ, килемегеҙ һәм мөлкәтегеҙ яңынан ҡарала.
Әгәр милкегеҙҙә бер нисә фатир булһа, мохтажлыҡ кимәлен баһалағанда һәр ғаилә ағзаһына нисә квадрат метр торлаҡ тура килеүе тикшерелә. Норма буйынса бер кешегә иң күбе 24 квадрат метр тейеш. Йортҡа килгәндә иһә - ғаиләнең һәр ағзаһына майҙандың 40 квадрат метрҙан артмауы мөһим.
Ентеклерәк https://sfr.gov.ru/grazhdanam/edinoe_posobie/ocenka/ .
Шул уҡ ваҡытта:
- ғариза яҙыусының - йөклө ҡатындың, ата-әсәнең, опекун йәки попечителдең;
- ғариза яҙыусының тормош иптәшенең;
- 18 йәшкәсә балаларҙың;
- көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкәсә балаларҙың мөлкәте иҫәпкә алына.
#поддержкасемей
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан