Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
15 Август 2023, 12:41

Юлдар яҡтыртыласаҡ

Аҡъяр ауылының урау юлын яҡтыртыу буйынса күптән көтөлгән эштәр башланды

Юлдар яҡтыртыласаҡ
Юлдар яҡтыртыласаҡ

Аҡъяр ауылының урау юлын яҡтыртыу буйынса күптән көтөлгән эштәр башланды.

Бөтәһе 103 энергия һаҡлаусы диодлы яҡтыртҡыс таяуҙары ҡуйыласаҡ. Хәҙер генераль подрядсы яҡтыртыу ҡоролмалары деталдәрен ҡуя. Эштәрҙе ағымдағы йылдың аҙағына тиклем тамамлау ҡаралған. Эштәрҙең заказсыһы - Башҡортостан Республикаһының Транспорт дирекцияһы. Был проектты тормошҡа ашырыу авария-хәүефле юл участкалары һанын кәметергә ярҙам итәсәк.

Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: