СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
27 Июля 2023, 05:01

Республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары өсөн ниндәй гранттар бар?

-

Республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары өсөн ниндәй гранттар бар?Республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары өсөн ниндәй гранттар бар?
Республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары өсөн ниндәй гранттар бар?

Грант - субсидияның бер төрө, проектыңды тормошҡа ашырыу йәки белем биреү өсөн конкурс нигеҙендә бирелгән билдәле бер аҡсалата сумма.

Грантты кем бирә - дәүләт ойошмалары һәм шәхси фондтар. Маҡсаты - фәнде үҫтереү, йәмәғәт ойошмаларына ярҙам итеү, кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм башҡалар.

❓Республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары өсөн ниндәй гранттар бар:

- Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам күрһәтә. Бөгөнгө көнүҙәк конкурстар: https://vk.cc/cpyPZN. Коммерцияға ҡарамаған ойошма булмаған осраҡта, социаль проект һәм башҡа тәҡдимдәр әҙерләү хаҡындағы мәғлүмәт - ошонда: https://vk.cc/cpHGSn.

- Президент гранттары фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса берҙәм федераль оператор булып тора. Фондтың бурысы - коммерцияға ҡарамаған секторҙа инициативалы һәм маҡсатлы кешеләрҙең эше өсөн шарттар һәм мөмкинлектәр тыуҙырыу. Әйткәндәй, уларҙың платформаһында, изге эштәрҙән айырылмайынса, белем алырға мөмкин: https://vk.cc/azdsrB. Конкурстар тураһында - ошонда: https://vk.cc/8Zr939.

Гранты.рф - Президент гранттары фондынан аҡса алған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға финанс ярҙамы күрһәтеү, төбәк грант конкурстары тураһындағы мәғлүмәт ресурсы.

- «Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы апараты» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының Ресурс үҙәгендә президент гранттары конкурсында ҡатнашырға ярҙам итәсәктәр - үҙәк эксперттары ғаризаны рәсмиләштереү буйынса кәңәштәр бирә, белем биреүсе семинарҙар уҙғара https://vk.cc/cpHGPY.

Әгәр тирә-яҡ донъяны яҡшыртырға теләһәгеҙ, коммерцияға ҡарамаған ойошма теркәгеҙ һәм үҙ идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ, шул иҫәптән гранттар отоғоҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас