

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында "Демография" милли проектына ярашлы граждандарҙың реаль килемен арттырыу һәм ярлылыҡ кимәлен ике тапҡырға кәметеү буйынса социаль-иҡтисади үҫештең милли маҡсаттарына 2030 йылға тиклем өлгәшеүгә йүнәлтелгән пилот проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса ведомство-ара эшсе төркөмдөң ултырышы үтте. Ултырыш видеоселектор кәңәшмәһе форматында, министр Ленара Иванова рәйеслегендә уҙҙы.
– Беҙҙә ярлылыҡты кәметеү буйынса ведомство-ара эшсе төркөм даими йыйыла. Бөгөн эш хаҡы буйынса артта ҡалған тармаҡтар һәм территориялар тикшерелде. Халыҡтың кредит юллауы мәсьәләләре лә тикшерелде. Эшләүсе кешеләрҙең, студенттарҙың һәм уҡыусыларҙың финанс белемен арттырыу бурысы тора. Беҙҙең структуралар – Ғаилә үҙәктәре һәм мәшғүллек үҙәктәре лә был йүнәлештә әүҙем эшләй. Ағымдағы йылдың биш айында 78 мең кеше ошондай семинарҙар аша үтте. Бөтә предприятиеларға һәм муниципалитеттарға мөрәжәғәт итәм – беҙҙә бик яҡшы команда барлыҡҡа килде, ул һеҙҙең беренсе һорауығыҙ буйынса сығырға һәм уҡыуҙар үткәрергә әҙер, – тип мөрәжәғәт итте предприятиеларға һәм муниципалитеттарға үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ленара Иванова.
Сарала шулай уҡ республика башҡарма власть органдары, муниципаль берәмек хакимиәттәре, шулай уҡ РФ Үҙәк банкыһы Урал баш идаралығының БР буйынса Милли банкы бүлексәһе вәкилдәре ҡатнашты.
Мәсьәләләрҙе тикшереү йомғаҡтары буйынса республиканың башҡарма власть органдарына, республиканың муниципаль берәмектәре хакимиәттәренә республика халҡының килемен арттырыу һәм ярлылыҡ кимәлен кәметеү йәһәтенән ҡыҙыҡһынған органдарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүен ойоштороу буйынса тейешле йөкләмәләр бирелде.
Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: скриншот.