СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
5 Июль 2023, 16:32

Кемдәр түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсерелергә мөмкин?

   

Кемдәр түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсерелергә мөмкин?Кемдәр түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсерелергә мөмкин?
Кемдәр түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсерелергә мөмкин?

Рәсәйҙә махсус операцияла ҡатнашыусы студенттар юғары уҡыу йорттарында түләүле бүлектән бюджетҡа күсергә мөмкин. Дәүләт Думаһында Мәғариф министрлығының ошо тәҡдимен хупланылар.

«Башинформ» асыҡлауынса, Рәсәй хөкүмәте яҡын арала әлеге башланғысты ҡарарға ниәтләй. Бынан тыш, махсус хәрби операция яугирҙәренең балалары университеттарға льгота менән уҡырға инергә хоҡуҡлы.

«Шуныһы мөһим: депутаттарҙың башланғысына иғтибар иттеләр, был нормалар быйыл уҡ ғәмәлгә инергә тейеш», — тине Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.

Фото:Валерий Шахов // сығанаҡ:Башинформ.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас