СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
29 Июнь 2023, 15:20

Рәсәйҙәр Себерҙә һәм ауыл ерендә эш стажы өсөн пенсияға өҫтәмәне ғаризаһыҙ алырға мөмкин

   

Рәсәйҙәр Себерҙә һәм ауыл ерендә эш стажы өсөн пенсияға өҫтәмәне ғаризаһыҙ алырға мөмкинРәсәйҙәр Себерҙә һәм ауыл ерендә эш стажы өсөн пенсияға өҫтәмәне ғаризаһыҙ алырға мөмкин
Рәсәйҙәр Себерҙә һәм ауыл ерендә эш стажы өсөн пенсияға өҫтәмәне ғаризаһыҙ алырға мөмкин

Рәсәйҙә 2024 йылдан Алыҫ Себерҙә оҙайлы эш стажы өсөн страховка пенсияһына өҫтәмәне Социаль фондҡа ғариза һәм документ тапшырмайынса алырға мөмкин. Ошо турала ҡарарға ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Пенсияны ҡайтанан иҫәпләү тураһында дәүләт хеҙмәттәре йәки почта аша ошондай ҡарар ҡабул ителгән көндән алып өс көн эсендә хәбәр итергә тейештәр.

Бынан тыш, 2026 йылдан ауыл хужалығында 30 йылдан ашыу эшләгән рәсәйҙәрҙең пенсияһына ауыл өҫтәмәләре тәғәйенләгәндә лә ошондай ғаризаһыҙ тәртип ғәмәлдә була. Был исемлектә 500-ҙән ашыу һөнәр вәкилдәре, шул иҫәптән агрономдар, умартасылар, тракторсылар һәм махсус техниканы ремонтлау слесарҙары бар.

«Иң мөһиме - эш урыны ауыл хужалығы продукцияһын етештереү, үҫтереү һәм эшкәртеү менән бәйле ауыл хужалығы предприятиеһы булырға тейеш», - тип белдерҙеләр Рәсәй Хөкүмәтендә.

 

Сығанаҡ:Башинформ/ Фото:Олег Яровиков

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас