

Бөгөн Аҡъяр тау колледжының йыйылыштар залында вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо. Сара "ПРОФЕСТ. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты" Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһенең төбәк этабы сиктәрендә уҙғарылды.
Эш эҙләүселәргә төрлө тармаҡтарҙа эшләгән 15 предприятие һәм ойошма 100-гә яҡын вакансия тәҡдим итте. Улар араһында водитель, инженер, электрик, токарь, иретеп йәбештереүсе, тракторсы, икмәк бешереүсе, кондитер, һатыусы, һаҡсы, слесарь, бухгалтер, кассир, ашнаҡсы, администратор, йыйыштырыусы, программист, тәрбиәсе, педагог-психолог, методист, иҡтисадсы, склад мөдире, уҡытыусы, табип, механизатор, кран машинисы һәм башҡа һөнәрҙәр булды. Предприятие, ойошма вәкилдәре һәр хеҙмәт урыны буйынса тулы мәғлүмәт, кәңәштәр бирҙе.
«Әлеге ваҡытта Хәйбулла районында 126 кеше рәсми рәүештә эшһеҙ тип һанала. Вакансиялар йәрминкәһе ай һайын ойошторола, бөгөн ул "ПРОФЕСТ. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты" Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһенең төбәк этабы сиктәрендә үтте. Беҙҙең төп маҡсат — тиҙ генә эш табыу ғына түгел, ә уҡыусыларға, юғары уҡыу йорттары студенттарына, уларҙың ата-әсәләренә һәм башҡаларға үҙ карьераһын планлаштырыуҙа ярҙам итеү. Бында, эш биреүселәр вакансиялар тәҡдим итеү менән бер рәттән, килгән ҡунаҡтарҙы мәшғүллек үҙәктәре консультанттары ҡабул итте», — тип белдерҙе Урал аръяғы район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Хәйбулла районы буйынса бүлеге начальнигы Венера Килдебаева.
Әйткәндәй, бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектының (национальный проект "Производительность труда и поддержка занятости) бурыстарын тормошҡа ашыра һәм халыҡты эш урындары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Тулы мәҡәлә менән "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 26-сы һанында уҡығыҙ.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан