

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғо менән резерв фондтан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү өсөн булдырылған «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондына устав эшмәкәрлеген алып барыуға субсидия рәүешендә 1,314 миллиард һумлыҡ грант бүленә. Документ хоҡуҡи акттарҙы рәсми баҫтырып сығарыу порталында урынлаштырылған.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда дәүләт фондының бүлексәһен асыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.
Фото:Олег Яровиков.