

Садовый ауылынан Рәзинә Билалова социаль хеҙмәтләндереү өлкәһенә уҙған йылда ғына килеүенә ҡарамаҫтан, үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән.
«Социаль хеҙмәткәр — көслө характерлы һәм изге күңелле кеше, башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙыуҙан ситтә ҡала алмай. Хеҙмәткәрҙәр хөрмәт ҡаҙанған коллективта эшләүемә лә шатмын. Минең ҡарамағымда 18 кеше иҫәпләнә. Улар мине түҙемле булырға һәм башҡаларҙың хәл-торошон яҡшыраҡ аңларға өйрәтте. Беҙҙең инәйҙәр һәм олатайҙар — үҙенсәлекле кешеләр, һәр ҡайһыһының үҙ тормош тарихы, ҡайһы берҙә шундай ҡатмарлы... Улар араһында Ҡөрьән уҡыусылар бар, кемдер бәйләм бәйләй, кемдер гөлдәр үҫтерә, матур итеп шиғырҙар ҙа ижад итәләр», — ти йәш белгес үҙенең һөнәре хаҡында.
Рәзинә Ирмәк ҡыҙы тәүге эш көндәренең ауыр булыуын билдәләне, сөнки өлкән йәштәгеләр һәр ваҡыт бәйләнешкә еңел генә инеп бармай, аҙ таныш кешегә шунда уҡ ышанмай улар. Әммә әкренләп, социаль хеҙмәткәр ҡарамағындағы инәй-олатайҙар уға күнегеп, хәҙер барыһы ла уның менән ихлас аралаша. Ә эш көнө бөткәс, Рәзинә Ирмәк ҡыҙы өйөнә ашыға. Бында ла уны ҙур ғаилә – өс балаһы һәм ире түҙемһеҙлек менән көтә. Йәш ҡатын сикһеҙ эштәр ағымында үҙенең яратҡан шөғөлдәренә — баҡсасылыҡҡа һәм миләүшә сәскәләрен үҫтереүгә ваҡыт таба. Эше лә, шөғөлө лә уның эшһөйәрлеген, кеше мохтажын аңлаусан, мәрхәмәтле булыуын күрһәтә.
Тулы мәҡәләне «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенең 21-се һанында уҡығыҙ.