

«Бөгөн тормошобоҙҙо өйҙә социаль хеҙмәтләндереүһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай», — тип үҙ фекере менән уртаҡлашты Ғәлиәхмәт ауылынан социаль хеҙмәткәр Нәжиә Асҡарова. Биш йыл буйы социаль хеҙмәткәр булып эшләгән ҡатын 20 инәй-олатайҙы ярҙамынан өҙмәй.
«Бер көн дауамында ауыл урамдары буйлап бер нисә саҡрым юл үтергә тура килә. Иртәнсәк хәстәрлек һәм иғтибар көткән оло йәштәгеләргә барғанда, бөгөн үҙеңә ниндәй роль алыуыңды белмәйһең: кер йыуыусы йәки ашнаҡсы, балта оҫтаһы, медик йәки юрист, психолог йәки парикмахер... Социаль хеҙмәткәр булыуыма әле әллә ни күп ваҡыт үтмәһә лә, оло йәштәге инәй-олатайҙарҙың барыһы ла яҡын кешемә әйләнеп бөттө. Кемдер үҙенең проблемалары менән уртаҡлаша, аһ-зарын һөйләй. Һәр ҡайһыһын тыңларға, хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам», — ти Нәжиә Рәшит ҡыҙы.
Тулы мәҡәләне «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенең 21-се һанында уҡығыҙ.