

«Беҙҙең эштә сабырлыҡ кәрәк, оло йәштәгеләр менән уртаҡ тел таба белеү, уларҙың хәлен аңлау бик мөһим», — тип иҫәпләй Аҡъяр ауылынан социаль хеҙмәткәр Сәйҙә Ҡәйепҡолова. Уның көндәлек хеҙмәте тығыҙ, сөнки алты йыл «Алтын быуын» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә эшләгән Сәйҙә Вәли ҡыҙы ҡарамағында 15 ярҙамға мохтаж кеше иҫәпләнә.
Бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт мәшәҡәттәренән тыш, социаль хеҙмәткәрҙең бурыстары араһында — аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, беренсе кәрәк-яраҡ тауарҙарын килтереү, дауаханаға һәм дәүләт учреждениеһына оҙатып барыу, рецепт буйынса медикаменттар алыу. Барыһы ла күп ваҡыт, сабырлыҡ һәм көс талап итә. Бынан башҡа яңғыҙ йәшәүсе ололар аралашыуға мохтаж. Тыңлау, йыуатыу, йылы һүҙ әйтеү — былар «социаль хеҙмәттәр» исемлегенә инмәһә лә, әммә ҡайһы саҡта иң мөһиме булып ҡала.
«Әлбиттә, уларға барыһынан да бигерәк яғымлы һүҙ, йылы ҡараш кәрәк. Ҡайһы берҙә барыһын да эшләп, сығырға уйлайһың, әммә булдыра алмайһың: оло йәштәге кешене нимәлер борсоуға һалған, йөрәген әрнетә, тимәк, уның менән мотлаҡ һөйләшергә, хәлен белешергә кәрәк. Ихлас аралашыуҙан һуң, күңеле тынысланып, күҙҙәре нурланып, кәйефтәре күтәрелеп китһә, тимәк, хеҙмәтең бушҡа түгел», — ти, оло йәштәгеләрҙең ышанысын һәм хөрмәтен яулаған Сәйҙә Вәли ҡыҙы.
Тулы мәҡәләне «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенең 21-се һанында уҡығыҙ.