Граждандарға ағас биреү Рәсәй Федерацияһының Урман кодексы һәм “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” республика законы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың үҙ ихтыяждары өсөн урман үҫентеләрен һатып алыу-һатыу тураһында килешеү төҙөү тәртибе нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Күрһәтелгән документтарға ярашлы, һәр ғаилә 25 йыл дауамында бер тапҡыр 110 кубометрға тиклем шәхси йорт төҙөү өсөн һатып алыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш, ағас торлаҡ йортто ремонтлауға, йорт яны ҡоролмаларын төҙөүгә һәм ремонтлауға, шулай уҡ йылытыу өсөн бирелә.
Мәҫәлән, шәхси йортто ремонтлауға, реконструкциялауға һәр кеше биш йыл дауамында бер тапҡыр – 25 кубометрға тиклем эшлекле ағас (дөйөм әҙерләү күләмендә ылыҫлы ағастарҙың 40 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш), шулай уҡ йорт яны ҡоролмаларын төҙөүгә – 50 кубометрға тиклем йомшаҡ япраҡлы һәм (йәки) ҡаты япраҡлы ағас һатып ала ала. Йорт яны ҡаралтыларын ремонтлауға халыҡ шулай уҡ өс йыл дауамында бер тапҡыр 15 кубометрға тиклем япраҡлы ағас ала ала. Ә шәхси йортто һәм башҡа йорт яны ҡоролмаларын йылытыу өсөн йыл һайын 20 кубометрға тиклем япраҡлы ағас бирелә.
Ағас урман хужалығы тарафынан ғариза ҡабул ителгән ваҡыттан сират тәртибендә бирелә. Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы 2017 йылдан урман ресурстарын һөҙөмтәле һәм асыҡ файҙаланыу өсөн электрон сират системаһын индерҙе. Ғаризаның уникаль номеры буйынса һәр кем министрлыҡтың рәсми сайтында сираттағы үҙ позицияһын тикшерә ала: https://info.mlh02.ru/
Сираттан тыш ағас әҙерләү хоҡуғына тәбиғәт афәттәре һәм янғындар һөҙөмтәһендә мөлкәте (торлаҡ йорто йәки башҡа ҡоролмалары) юҡ ителгән (зыян күргән) граждандар эйә.
Ағас әҙерләүҙә өҫтөнлөклө хоҡуҡ бирелә:
- "Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында "ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 10-сы статьяһына ярашлы шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бирелгән ер участкалары булған граждандарға;
- бәлиғ булмаған инвалид йәки өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балаһы булған, шәхси торлаҡ төҙөлөшө, тораҡ пункттар сиктәрендә шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ер участкалары булған граждандарға;
- эшкә килгән мәлдә 35 йәштән өлкән булмаған, ауыл ерендә йәшәгән һәм шәхси торлаҡ төҙөлөшө, тораҡ пункттар сиктәрендә шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларына эйә булған урман тармағының йәш белгестәренә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү маҡсатында Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы бер нисә сара күргән.
Граждандар утын әҙерләү йәһәтенән, үҙаллы утын әҙерләгән осраҡта, бындай ғаиләләр утынға ағасты ҡуйылған хаҡтың 10 проценты өсөн түләргә хоҡуҡлы.
Ҡоролмалар төҙөү өсөн ағас әҙерләү өлөшөндә, булған ер участкаһында, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә тыуған йәки йәшәгән, үҙ-ара килешеп эш итеүҙә ҡатнашҡан, махсус хәрби операцияла һәләк булған (үлгән) граждандарҙың ғаиләләре ағас әҙерләүҙә өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә.
Халыҡтың уңайлылығы өсөн Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы сайтында ташлама буйынса үҙ ихтыяждары өсөн ағас әҙерләү тәртибе, ғариза формаһы урынлаштырылған: https://forest.bashkortostan.ru/documents/active/15810/, шулай уҡ, һылтанма буйынса үтеп, ведомство ҡарамағындағы ойошмаларҙың адрестары менән танышырға мөмкин: https://forest.bashkortostan.ru/about/suborg/?nav-suborg=page-4
Тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үҙ ихтыяждары өсөн ағас һатып алыуға сиратҡа ҡуйыу өсөн, кеше ағас әҙерләү өсөн уңайлы булған теләһә ниндәй урмансылыҡҡа тейешле ғариза менән мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Ғаризаны күп функциялы үҙәк, республика дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә мөмкин https://gosuslugi.bashkortostan.ru/#/йәки берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы https://www.gosuslugi.ru/600230/1/form ғаризаға шәхесте раҫлаусы документтың күсермәһе; ИНН күсермәһе; ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының йәшәгән йәки булған урыны буйынса теркәлеүен раҫлаусы документтарҙың күсермәһе, ағас әҙерләүҙең өҫтөнлөклө хоҡуғын раҫлаусы документтар (ер участкаһына документ) ҡушыла.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.