

2023 йылдың майы өсөн пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр графикка ярашлы — 3 майҙан таратыла башлай, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Башҡортостан буйынса Социаль фонд бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
9 май өсөн 6-да түләнә. Байрам һәм ял көндәре өсөн таратыу датаһы апрель айы квитанцияһында күрһәтелгән.
Банкка аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта, 2023 йылдың 12 майынан башлап күсерелә.
Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 1,151 миллион пенсионерға, 287 мең федераль льгота алыусыға һәм 139 мең федераль социаль өҫтәмә алыусыға пенсия түләй.