

Торлаҡлы булыу күптәр өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Бөгөнгө көндә үҙеңдең хәләл көсөңә генә йорт һалып инеүе йәки фатир һатып алыуы бик ауыр. Шулай ҙа республикабыҙҙа мохтаждарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ярҙам йөҙөнән төрлө программалар эшләп килә. "Торлаҡ" һәм "Демография" милли проекттары сиктәрендә Хәйбулла район хакимиәтендә торлаҡ сертификаттары тапшырыу тантанаһы үтте.
Был юлы районыбыҙҙың өс гүзәл затына торлаҡ сертификаттары тапшырылды. Гөлфинә Мәмбәтова менән Ульяна Исаковаға фатир асҡыстары етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү дәүләт программаһы сиктәрендә тапшырылды. Ә Әлиә Бохарбаева Башҡортостан Республикаһында инвалидтарға социаль ярҙам саралары сиктәрендә торлаҡ сертификатына эйә булды.
Торлаҡ сертификаттарын быйылдан алып алырға мөмкин булды. Был мөһим ваҡиға менән ҡыҙҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, яңы йорт улар өсөн барлыҡ ҡайғы-хәсрәттәрҙән һаҡлаусы иң ышаныслы ҡәлғә булһын!
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан